Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Беҙҙең заман геройы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
Был премияны 2004 йылда Өфө хакимиәте һәм «Вся Уфа» телеканалы булдыра. Мәртәбәле награда журналистарға, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә, изгелек эшләгән һәр кемгә бирелә. 2020 йылдан «Беҙҙең заман геройы» премияһы федераль кимәлгә сығарыла. Ә быйыл проект халыҡ-ара статусҡа эйә була.
– Ошо премияны булдырыусыларға рәхмәт әйтергә теләйем. Һәр бер тәҡдимем бар – бөгөнгө геройҙарыбыҙҙың артабанғы яҙмышы тураһында һөйләргә кәрәк. Улар – беҙҙең янда йәшәгән ябай кешеләр. Әммә шул уҡ ваҡытта улар төрлө ҡатмарлы шарттарҙа иҫ киткес һыҙаттарын асып һала – батырлығын, ҡыйыулығын, ихтыяр көсөн күрһәтә. Бөгөн улар кемгәлер ярҙам итһә, иртәгә уларҙың үҙҙәренә ярҙам талап ителергә мөмкин. Әлбиттә, бөгөн иң ҙур геройҙар – Донбассты, беҙҙең илде һаҡлаусылар. Минең өсөн беҙҙең заман геройы – ул беҙҙең Президентыбыҙ.
Республика етәксеһе премияның быйылғы еңеүселәренә бүләктәр һәм бронза статуэткаһы тапшырҙы. Быйыл премияға Кострома ҡалаһынан янғындан балаларҙы ҡотҡарған Станислав Смирнов, Джамал Гассоян, Иван Потёмин лайыҡ булды. Шулай уҡ Украинала батырлыҡ күрһәткән Кирилл Никитин да бүләкләнәсәк. Әле ул яраланып, Кострома ҡалаһында дауалана. Тиҙҙән өлкә телевидениеһы уның хаҡында сюжет төшөрәсәк һәм премияны тапшырасаҡ.