"Синоптиктар ял көндәрендә йылы һауа торошон фаразлай, тимәк, балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөүе менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтарҙың булыуы ихтимал. Ҡарауһыҙ ҡалдырғанда, балалар бейеклектән ҡолап төшөп, ауыр, хатта үлемесле йәрәхәттәр алыуы мөмкин", - тип яҙҙы үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. Шулай уҡ ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө:
- диван, өҫтәл, ултырғыстарҙы тәҙрә янына ҡуймағыҙ;
- балалар тәҙрә төбөндә уйнамаһын, яңғыҙ балконға, лоджияға сыҡмаһын;
- бинаны елләткәндә балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- балаларға тәҙрәне үҙ аллы асырға мөмкинлек бирмәгән ҡоролмаларҙы файҙаланығыҙ;
- москит сеткаһына алданмағыҙ - ул баланың ауырлығына иҫәпләнмәгән.
Бәләкәй балаларҙы бер мәлгә лә иғтибарһыҙ, яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, ата-әсәләр!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.