Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 13:45

Бүлмә гөлдәрен нисек тиҙ тамырландырырға?

Бүлмә гөлдәрен үрсеткәндә ҡайһы бер хужабикәләр үҫентене тамырландыра алмай аҙаплана. Япраҡтан үрсегән бегония, миләүшә гөлдәре япраҡтары тамырланһын алһын өсөн күп ваҡыт кәрәк. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә файҙалы булыр.

Бүлмә гөлдәрен нисек тиҙ тамырландырырға?
Бүлмә гөлдәрен нисек тиҙ тамырландырырға?

Ботаҡты йәки япраҡты  Һыуға ултыртып ҡуйһаң, тамыр ебәрмәй серей. Тамырланыу процесы тиҙ барһын өсөн “Корневин”, “Гетероауксин”, “Эпин” препараттарын ҡулланырға була. Махсус иретмәне  өй шарттарында ла эшләргә мөмкин .

Бал. 1,5 л  һыуға    бер балғалаҡ  бал һалып иҙелә. Үҫентенең ботағын йәки япрағын 12 сәғәт тоторға.

Картуф. Тамыр йәйҙереү өсөн ҙур картуф та һәйбәт. Иң тәүҙә уның күҙҙәрен алырға кәрәк. Һуңынан  эсенә һыу һалып, үҫенте урынлаштырыла. Картуфта күп туҡлыҡлы матдә бар.

 Алоэ һуты. Үрсетмә ултыртҡан һыуға 6 – 7 тамсы алоэ һутын тамыҙырға була. Был эретмә иммун системаһына яҡшы.

Тал ботаҡтары ултыртылған һыуҙа ла үҫентеләр һәйбәт тамыр ебәрә.

 Әсетке. 1 литрға 100 г әсетке һалып, унда гөлдәрҙең ҡырҡып алынған ботаҡтарын бер тәүлеккә ултыртырға. Һуңынан  таҙа һыуға урынлаштырырға.

 Үрҙә һанап үтелгән иретмәләр үҫентене файҙалы матдәләр менән туҡландыра.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: