Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 16:39

Ҡауаҡты нисек бөтөрөргә була?

Баштағы ҡауаҡты дауалауҙың халыҡта киң таралған төрлө ысулдары бар. Түбәндә уларҙың бер нисәүһен тәҡдим итәбеҙ. 

Ҡауаҡты нисек бөтөрөргә була?
Ҡауаҡты нисек бөтөрөргә була?

 

  • 1,5 стакан кефирға шул уҡ күләмдә араҡы һәм бер сей йомортҡа ҡушып бутағыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы  көн аша баш тиреһенә һөртөгөҙ.
  • Бер-ике йомортҡаны күбек барлыҡҡа килгәнсе туҡығыҙ һәм шуның менән башығыҙҙы йыуығыҙ. Һуңынан башығыҙға бал һөртөп, бер сәғәт тотоғоҙ. Аҙағынан сәсегеҙҙе һабын ҡулланмай ғына йылы һыу менән йыуығыҙ.
  • Зәйтүн майын бер аҙ йылытығыҙ ҙа, һыуынмаҫ борон мамыҡ менән башығыҙға һөртөгөҙ. Башығыҙға бер аҙ    массаж эшләп алғандан һуң, сәстәрегеҙҙе целлофан менән ҡаплап ҡуйығыҙ.  20 минуттан һуң башығыҙҙы ғәҙәттәгесә йыуып алығыҙ.
  • 100 г ваҡ ҡына итеп туралған кесерткән япрағына 1,5 стакан һыу ҡойоп, ярты сәғәт  бешерергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һөҙөп алып, 10 көн буйы көн һайын башығыҙҙы шуның менән йыуығыҙ.
  • 25 мл кастор майына 12 тамсы эвкалипт  майын ҡушып, сәстәрегеҙгә һөртөгөҙ.  20 минут тотҡандан һуң йыуырға мөмкин. 
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: