Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 15:30

Һаҡсыл булғың килһә...

 Һаҡсыл булғың килһә, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫеңдә тот.

Һаҡсыл булғың килһә...
Һаҡсыл булғың килһә...

                 

  1. Дөрөҫ туҡланыу. Ваҡытығыҙ юҡлыҡҡа һылтанып, магазиндағы ярымфабрикаттарҙы алырға тырышмағыҙ. Өйҙә бешеренергә тырышығыҙ. Арзанға ла төшә, үҙең әҙерләгән сифатлы ла, тәмле лә.Мәҫәлән, бер килограмм әҙер билмән һатып алғансы, ит һатып алып, уны үткәрегеҙ. Әллә күмпе билмән эшләп, һыуытҡыста һаҡларға була. Һатып алынған ризыҡ бәрәкәтле лә түгел. Ял көндәрендә ҡамыр әҙерләп, туңдырып ҡуйһағыҙ, көн дә уны алып, төрлө эслек менән бәлештәр бешерергә мөмкин.
  2. Алдан төҙөлгән меню. Беҙ кәрәккәнен дә, кәрәкмәгәнен дә һатып алырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Берәй кибеттә акция булғанын күреп ҡалһаҡ, был әйбер арзанға һатыла бит, тип кәрәкмәһә лә алырға тырышабыҙ. Менюны алдан төҙөһәгеҙ, эш хаҡын алғас та, аҙыҡ- түлек менән һыуытҡысығыҙҙы тултырып ҡуйығыҙ. Исемлек буйынса ғына алғас, баҙарҙа йәки магазинға барһағыҙ, кәрәкмәгән әйберҙе алмаясаҡһығыҙ ҙа.
  3. Магазинда карта менән түгел, аҡса менән иҫәпләшегеҙ. Карталағы сумманың әҙәйеүе һатып алыусыға һиҙелмәй.
  4. Ас килеш магазинға инмәгеҙ. Тамағы ас булғанда кеше барыһын да һатып алырға әҙер.
  5. Берәй матур әйбер күрҙегеҙ ҙә, һатып алғығыҙ килде икән, уйланығыҙ. Кәрәкме ул һеҙгә? Әллә был айҙа башҡа мөһимерәк сығымдарығыҙ бармы?
  6. Иғтибарлы булығыҙ. Ҡыйбатлы әйбер магазин кәштәләрендә кешегә күренеп торған урында ҡуйыла. Арзан әйберҙәр — аҫҡы кәштәгә.
  7. Эш хаҡы алыу менән кибеткә ашыҡмағыҙ.  Аванс алғанға тиклем карта иҫәбегеҙҙә аҙыраҡ аҡса ҡалһын. Аҡсаға аҡса йыйыла.
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: