Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 14:05

Юл фажиғәләре - 21 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ике автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 32 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 21 апрель
Юл фажиғәләре - 21 апрель

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 39-сы саҡрымында республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм Дәүләт автоинспекцияһының урындағы бүлеге хеҙмәткәрҙәре көсө менән водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Иҫерек водителдәрҙе һәм башҡа административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: