Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 12:10

Велосипедсылар көнө үтәсәк

Сәпитеңде ал да, марафонға сыҡ!

Велосипедсылар көнө  үтәсәк
Велосипедсылар көнө үтәсәк

Өфөлә май айында  «1000 велосипедсы көнө» фестивале үтәсәк. Уны  «Башҡортостан Республикаһының Велосипедсылар союзы» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Тәүгеләрҙән булып эстафетаны Салауат ҡалаһы  ҡабул итә. Унда велофестиваль йәкшәмбегә, 1 майға, билдәләнгән. Бер аҙнанан, 8 майҙа, ул Стәрлетамаҡта, 15 майҙа – Октябрьскийҙа, 22 майҙа –  Нефтекамала, 29 майҙа Өфөлә үткәрелә.

Проект республика халҡы араһында физкультура менән даими шөғөлләнеүҙе, әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыуға, велосипед инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Велоуҙыштарҙа теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин, уларҙың йәше сикләнмәй. Иң мөһиме, велосипед һәм шлем кәрәк.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: