Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 11:40

Тамашасыһы әле һаман юҡһына

Тәтешле үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә экспозиция асылды.

Тамашасыһы әле һаман юҡһына
Тамашасыһы әле һаман юҡһына

«Онотолор тимә» экспозицияһы Тәтешле районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан. Ул йырсының тормошо һәм ижад юлына арнала. Музей ҡунаҡтарына йырсының фотоһүрәттәре, сәхнә костюмдары, иҫтәлекле бүләктәре, концерт афишалары, шәжәрә ағасы һәм башҡа ҡыҙыҡлы экспонаттар тәҡдим ителә.

Музейҙа айырым зал булдырыуға Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина ла күп көс һалған. Әле ул үҙе экскурсиялар ойоштора. Быйыл Башҡортостандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә тыуған төйәгендә һәйкәл асыу һәм йыр конкурсын үткәреү күҙаллана.

– Уның бөтә костюмдарының да авторы – билдәле модельер Дмитрий Овчинников. Апайымдың һәр концертын, һәр программаһын яңы образ менән байыта ине, матур-матур күлдәктә тегә ине. Экспозицияла бына шул костюмдары, кассеталары урын алған, шулай уҡ Ҡазандан 50-нән артыҡ күлдәген алып ҡайттыҡ. Музейҙан халыҡ өҙөлмәй. Апайым мәңгелек иленә юлланғас, уның тамашасылары тағы ла артты, тип әйтергә мөмкин, – ти Фирүзә Ибәтуллина.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: