"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" тигән федераль проекты бар. Уға ярашлы, төбәктәрҙә күп сара ойошторола, ГТО нормаларын үтәүселәр ҙә күбәйә.
Нуриман районының Красная Горка ауылында уҙған муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһындағы спорт фестивалендә ҡатнашыусылар араһында ла ГТО үтәп, алтын һәм көмөш билдәләр алыусылар булды. Сарала район хакимиәте вәкилдәре, район советы депутаттары, һайлау комиссияһы, ауыл берәмектәре, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре командалары сығыш яһаны. Һәр береһе тырышты, һәр береһе спорт һөйөүен күрһәтте. Шулай итеп, беренсе урында - Нуриман районы хакимиәте командаһы. Икенселә - район советы депутаттары, өсөнсөлә - территориаль-һайлау комиссияһы командаһы.
Фото: Нуриман районы хакимиәте.