Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 19:53

Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе

Республика Башлығы айырыуса май байрамдарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең мөһимлеген билдәләне.

Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе

Террорға ҡаршы комиссия ултырышының көн тәртибендә - хәүефте кәметеү һәм террористик һөжүм хәүефе көслө булған объекттарҙы һаҡлауҙы нығытыу мәсьәләләре.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, май байрамдарында 400 меңләп кеше ҡатнашасаҡ. Иң күп кеше булған сара - "Үлемһеҙ полк". Шуға ла хәүефһеҙлекте һаҡлауға үтә ныҡ иғтибар бирергә кәрәк.

- Бөтә көс республиканың теләһә ҡайһы нөктәһендә лә хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына, йәмәғәт тәртибен боҙоуға яуап биреүгә әҙер булырға тейеш.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: