Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 19:14

Ҡотлайбыҙ!

“Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

 

 Юғары награданы Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Рәшиҙә Мәһәҙиева –  Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,  Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты. Мәскәү  дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап,  хеҙмәт юлын “Башҡортостан пионеры”  гәзитендә бүлек мөдире булып башлай. Оҙаҡ йылдар “Йәшлек” гәзитендә – баш мөхәррир урынбаҫары, “Аҙна” гәзитендә баш мөхәррир вазифаларын башҡара.  Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләгән осорҙа үҙенең ҡабатланмаҫ проекттары менән халыҡтың һөйөүен яулай.

Башҡорт йәштәр баҫмалары  тарихы буйынса фәнни-популяр мәҡәләләр авторы, “Башҡорт теле буйынса төбәк диктанты” проекты етәксеһе Рәшиҙә Мәһәҙиева  Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетында уҡытып, республика киң мәғлүмәт саралары өсөн журналистар әҙерләүгә лә үҙ өлөшөн индерә.

 Башҡорт матбуғатын үҫтереүгә ҙур көс һалған тәжрибәле журналист  Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының тырыш хеҙмәте ошондай юғары баһаға лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға артабан да үҙенең яратҡан эшендә арымай-талмай эшләүен, һүнмәҫ дәрт һәм көс теләйбеҙ. 

Фото:Башинформ.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: