Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 15:39

Һөнәр һайлау ҡыҙыҡһындырһа

Өфө ҡалаһының «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында «Киләсәк лабораторияһы» һөнәрҙәр күргәҙмәһе башланды. Был экспозиция «Киләсәккә билет» Бөтә Рәсәй иртә һөнәри йүнәлеш проектының бер өлөшө булып тора.  

Һөнәр һайлау ҡыҙыҡһындырһа
Һөнәр һайлау ҡыҙыҡһындырһа

«Киләсәккә билет» проектының күргәҙмәһен VI – XI синыф уҡыусылары килеп күрә ала. Быйыл был проектҡа 19 580 уҡыусы, 143 педагог-навигатор һәм һөнәри белем биреү ойошмаларынан 180-дән ашыу тәжрибәле остаз йәлеп ителәсәк.

Проектҡа ярашлы, уҡыусылар Ағиҙел, Бөрө, Благовещен, Ишембай, Күмертау, Сибай, Туймазы, Белорет, Нефтекама, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Учалы, Октябрьский, Салауат ҡалалары колледждарында һөнәри тикшереү үтәсәк. Уҡыусылар һөнәрҙәр менән таныша, һайлаған һөнәри йүнәлешен тикшерергә мөмкинлек аласаҡ. Һөнәри  һынау 59 колледжда 140 һөнәр буйынса үтәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: