Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 09:55

Музыкаль-патриотик марафонға рәхим итегеҙ!

Бөгөн Өфөлә көндөҙгө сәғәт 5-тә “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙансыҡта  “ZaРоссию” марафоны концерты үтә. Унда Башҡортостан артистары менән  Рәсәй йондоҙҙары  ла сығыш яһай.

Музыкаль-патриотик марафонға рәхим итегеҙ!
Музыкаль-патриотик марафонға рәхим итегеҙ!

5 майға тиклем илдең алты федераль округында – Үҙәк, Төньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, Волга буйы, Урал һәм Себер – “ZaРоссию” музыкаль-патриотик марафондары үтәсәк.

 

Унда бәләкәй һәм урта ҡалаларҙа йәшәүселәр ҡатнаша.Улар популяр рок- һәм поп-башҡарыусыларҙың концерттарын ҡарай, ә финалда илдә йәшәгән һәр кем өсөн киләсәккә ышанысты символлаштырыусы “Йөрәктәребеҙ яҡтыһы” эстафетаһына ҡушыласаҡ.

Башҡортостанда республика артистары ҡатнашлығындағы “ZaРоссию” марафоны 22-24 апрелдә үтәсәк.

  Өфөлә “ZаРоссию” музыкаль-патриотик марафоны бөгөн көндөҙгө сәғәт 5-тә “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙансыҡта уҙа. Унда Мәскәүҙең рок йондоҙҙары Александр Ф. Скляр һәм "ВА-БАНКЪ", СерьГа һәм Сергей Галанин сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Zainetdin, Рәмил Бәҙәмшин, Раил Өмөтбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Александр Лынник, “Арғымаҡ” этно-төркөмө, Карина Низамова һәм “Prado” төркөмө, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Алиса Йомағәлиева, Илдар Абдуллин, Өфөнөң Ҡала Мәҙәниәт йорто солисты Радмир Хәсәнов, Вилдан Абраров һәм район-ҡалаларҙың ижади коллективтары сығыштарын да ҡарай аласаҡбыҙ.

 

Республикалағы концерттар графигы:

 

22 апрель – Өфө ҡалаһы, Салауат Юлаев майҙаны

 

23 апрель – Сибай ҡалаһы, “Урал аръяғы” күп функциялы комплексы, Ленин урамы, 15/1

 

23 апрель – Күмертау ҡалаһы, “Күмер сығарыусылар” мәҙәниәт һарайы, Еңеүҙең 40 йыллығы, 1

 

23 апрель – Салауат ҡалаһы, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5

 

24 апрель – Нефтекама ҡалаһы, ”Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙан

 

24 апрель – Октябрьский ҡалаһы, ҡала мәҙәниәт йорто, Геофизиктар урамы, 3

 

24 апрель – Үрге Ҡыйғы, район мәҙәниәт йорто, Совет урамы, 10

 

24 апрель – Бөрө ҡалаһы, ҡала мәҙәниәт һарайы, Ленин урамы, 69

 

Фото:kuzzbas.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: