Үҙмәшғүлдәр клубы берләштереп кенә ҡалмай, ә үҫергә ярҙам итеү, үҙ эшен уңышлы алып барыу өсөн кәрәкле белем һәм ресурстар менән тәьмин итеү маҡсатын да ҡуя.
Клубта ҡатнашыусыға түбәндәге мөмкинлектәр бирелә:
- Эшҡыуарҙар ассоциацияһы сараларында һәм проекттарында, шул иҫәптән оҫталыҡ дәрестәрендә, воркшоптарҙа, тренингтарҙа, тармаҡ осрашыуҙарында, тауар һәм хеҙмәттәрҙе презентациялауҙа, бизнес-миссияларҙа ҡатнашыу;
- АПРБ платформаһында үҙмәшғүлдәр каталогына эләгеү;
- эксперттарҙан консультация алыу, шулай уҡ Telegram каналынан дәүләт ярҙамы саралары тураһында көнүҙәк мәғлүмәт алыу;
- продуктты республиканан ситкә танытыу.
Клубҡа инеү һәм ентеклерәк мәғлүмәт алыу ошо сайтта: https://sam.asprb.ru
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтынан.