Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 11:20

“Күршенең тауығы ла күркә кеүек күренә...”

Айҙар Ғәлимов фәлсәфәүи уйҙары менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уртаҡлашҡан.

“Күршенең тауығы ла күркә кеүек күренә...”
“Күршенең тауығы ла күркә кеүек күренә...”

Күңел тыныслығы булмаһа, бер нәмә лә кәрәк түгел, тиҙәр. Бөгөнгө ҡатмарлы заманала был һүҙҙәрҙең асылына төшөнә башланыҡ шикелле. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы ошо хаҡта “Бәйләнештә” социаль селтәрендә яҙған.

- Күңел тыныслығы, уйлап ҡараһаң, бик ҙур нәмә. Әллә ниндәй уңыштарға ирешергә, әллә ниндәй байлыҡтар тупларға, шул уҡ ваҡытта күңел тыныслығы булмауы мөмкин. Был – ҙур бәхетһеҙлек. Эшләйбеҙ, сабабыҙ, ниндәйҙер планкалар ҡуябыҙ, шуға ирешергә тырышабыҙ һәм шул ваҡытта күңел тыныслығын юғалтыуыбыҙ бар. Уны ҡайҙан алып була? Беренсенән, шөкөр итергә, булғанына ҡәнәғәт булырға кәрәктер. Күрше тауығы күркә булып күренә тигәндәй, башҡаларҙың тормошо ситтән һәр ваҡыт яҡшыраҡ һымаҡ тойола. Ҡайҙан беләһең уларҙың эсендә нимә ҡайнауын? Ғаиләңдән, балаларҙан, тормошоңдан ҡәнәғәтләнеү хисе булһа, тормош еңелерәк була, миңә ҡалһа... Доға уҡыу, Хоҙай Тәғәләгә ышаныу, уға буйһоноу ҙа күңел тыныслығы бирә, – тип яҙған билдәле йырсы.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: