Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 13:49

Иғтибар! Ейәнсура менән Күгәрсен райондары ярыша!

 Баймаҡ-Әбйәлил, Белорет-Учалы... Сират Ейәнсура менән Күгәрсен райондарына килеп етте.

Иғтибар! Ейәнсура менән Күгәрсен райондары ярыша!
Иғтибар! Ейәнсура менән Күгәрсен райондары ярыша!

Ни өсөн улар һайланған тиегеҙме? Яуап бирәбеҙ: был ике район бер-береһенә күрше, гәзитебеҙгә яҙылыусылар һаны ла байтаҡ. Өҫтәүенә "Йәшлек"тең баш мөхәррире Артур Хәсән улы Дәүләтбәков Ейәнсура районынан булһа, яуаплы сәрҡәтибебеҙ Алһыу Ишемғолова Күгәрсен районында тыуып үҫкән.

Ошо ике районда йәшәүселәр, тыуып үҫкәндәр, был ике төбәккә йылы хистәре булғандар иғтибарына! Һеҙгә берләшергә, бер-берегеҙҙе уҙҙырмаҫҡа уңайлы мәл килеп етте. Алға, иптәштәр!

Шулай итеп - "Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә Ейәнсура һәм Күгәрсен райондары араһында үҙенсәлекле ярыш ойошторабыҙ!

Бының өсөн:
- төркөмдә үрҙә нығытылған һылтанма буйынса үтегеҙ,
- үҙегеҙҙең яратҡан районға тауыш бирегеҙ.

Киләһе аҙнаның шаршамбыһында, йәғни 27 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙа ҡушымта ябыласаҡ һәм иң популяр район билдәле буласаҡ. Аҙаҡ "Йәшлек" хәбәрселәре уға барып ҙур репортаж яһаясаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: