Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 13:18

Өфөләге яңы аллеяларға ниндәй исем биреләсәк?

Иртәгә Башҡортостанда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана. Шул сарала Өфөлә яңы аллеялар барлыҡҡа киләсәк. Уларға ниндәй атама бирелә, беләһегеҙме? Музыкаль, Көмөш...

Өфөләге яңы аллеяларға ниндәй исем биреләсәк?
Өфөләге яңы аллеяларға ниндәй исем биреләсәк?

Ҡала халҡының теләк һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, Өфөнө йәшелләндереү планы төҙөлгән.

Хәҙер ҡалала Музыкаль, Көмөш, Муйыллы, Милов, Ҡаһарманлыҡ, Төҙөүселәр, Волонтерҙар, Ветерандар, Гимназистар, Моторҙар эшләүсе аллеялары барлыҡҡа киләсәк. Был ғына түгел әле, тағы ла буласаҡ. Аллеялар исемлеге менән ошонда таныша алаһыҙ: ufa-green.ru.

Әйткәндәй, ултыртылған ағас үҫентеләренә QR-кодлы (ағас буйынса бөтә мәғлүмәт шунда) табличка ҡуйыла.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

 

Өфөләге яңы аллеяларға ниндәй исем биреләсәк?
Өфөләге яңы аллеяларға ниндәй исем биреләсәк?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: