Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 11:46

Бензин хаҡы төшкән, ти...

Төрлө сығанаҡтан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең 23 төбәгендә бензин арзанайған.

Бензин хаҡы төшкән, ти...
Бензин хаҡы төшкән, ти...

Быны "Росстат" та раҫлай. Статистиктар белдереүенсә, 9 - 15 апрелдә республикабыҙҙа ла бензин хаҡы 0,04 процентҡа кәмегән. Аңлайышлы тел менән әйткәндә, уртаса өс тингә арзанайған килеп сыға. 

Бер аҙнала АИ-92 маркаһы - ике тингә, АИ-95 тә ике тингә арзан хәҙер. АИ-98 менән дизель яғыулығының хаҡы шул уҡ ҡалған да, уртаса кәмегән хаҡты өс тин итеп сығарғандар. Шулай кәмей-кәмей, бер һумға ла арзанайыр  әле.

Фото: vk.com

Бензин хаҡы төшкән, ти...
Бензин хаҡы төшкән, ти...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: