Ошо бәйгене башлап ебәргән хеҙмәттәшебеҙ Айбулат Ишназаров, учалылар менән белореттар ҡалай ипле, тыныс халыҡ икән, матур ғына итеп үҙ райондары өсөн тауыш бирәләр, тип маҡтағас, танау китте күтәрелеп, ғорурлыҡ хаттин ашты - беҙҙекеләр шулай ул!
Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт!
"Атты" Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары халҡына "туғарҙыҡ".
Улар әбйәлилдәр ҡуйған рекордты "бәрә" алырмы икән? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әбйәлилдәр намыҫын яҡлап, 4834 кеше тауыш биргәйне.
Һәр ваҡыт бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.