Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 16:35

БДУ-ла – «Яңы офоҡтар» мәғариф форумы

Башҡорт дәүләт университетында Рәсәйҙең алдынғы иҡтисадсылары, социологтары, тарихсылары, культурологтары һәм психологтары ҡатнашлығында «Яңы офоҡтар» мәғариф форумы үтте. «Рәсәй өсөн» илһөйәрлек марафонына ярашлы, уны Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте ойошторҙо. Бөгөн, 22 апрелдә, Өфө эстафетаны Бийск ҡалаһынан ҡабул итеп алды.

БДУ-ла – «Яңы офоҡтар» мәғариф форумы
БДУ-ла – «Яңы офоҡтар» мәғариф форумы

Университеттың өс иң ҙур аудиторияһында ҡунаҡтар тыңлаусыларға Рәсәйҙең бай тарихы һәм уникаль традициялары, фәндәге көнүҙәк трендтар һәм технологиялар, яңы бизнес-проекттар өсөн кәрәкле өлкәләр һәм финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәре хаҡында һөйләне. Шулай уҡ теләүселәр Рәсәйҙә ирекмәнлек һәм хәйриә эшмәкәрлеге төрҙәре хаҡында ла хәбәрҙар булды. Спикерҙар форумда ҡатнашыусыларҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына ла яуап бирҙе.

– Беҙҙең осрашыу – ул дәүләт, фән һәм халыҡ араһында үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүҙең башы ғына әле, тип уйлайым. Бөтә спикерҙарға ла тос фекер, ә тыңлаусыларға лекцияларҙан һуң, пландарын тормошҡа ашырыуҙарын теләйем, – тине, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.

Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова форумдың темаһын аңлатты.

– Бөтә сара ла өс өлөшкә бүленгән - ул илебеҙ тарихы, иҡтисади өлөш, ирекмәнлек. Һәр кем үҙенең йүнәлеше һәм эшмәкәрлеге буйынса тема табыр, тип уйлайым. «Белем» йәмғиәтенең саралары күп, беҙ уларҙы үҙебеҙҙең программаға индерәсәкбеҙ һәм 1 сентябрҙән башлап бергәләп эшләй башлаясаҡбыҙ, – тине ул.

Лекциялар тамамланғас, сығыш яһаусылар мәғрифәтселек форумында ҡатнашыусыларҙы бөгөн кискеһен «Торатау» Конгресс-холы алдындағы майҙанда үтәсәк ҙур концертҡа саҡырҙы.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: