Яҡшы уҡығаны өсөн тәүге награданы беренсе класта уҡ алған – “За благонравие и успехи” тип яҙылған алтын биҙәкле китапты һәм Маҡтау ҡағыҙын.
Тарихҡа шул да теркәлгән (класташы А. Наумов хәтирәләренән): “Способности он имел совершенно исключительные, обладал огромной памятью, отличался ненасытной научной любознательностью и необычайной работоспособностью… Воистину, это была ходячая энциклопедия… Он пользовался среди всех его товарищей большим уважением и деловым авторитетом, но… нельзя сказать, чтобы его любили, скорее — ценили…В классе ощущалось его умственное и трудовое превосходство…хотя…сам Ульянов никогда его не выказывал и не подчёркивал”.
Әйткәндәй, тарихта шуныһы ла билдәле, уны Әхмәтзәки Вәлиди “Хәтирәләр” китабында яҙған (Өфө, “Китап”, 1996 йыл, 341-се бит): “...Башҡортостан мәсьәләләрен тикшергән комиссияға мине лә саҡырҙылар. Майҙа был комиссия биш пункттан торған ҡарар сығарҙы...Был ҡарар иғлан ителгәндең иртәгәһенә тағы бер тапҡыр ленин менән осраштым. Мин уға: “1919 йылдың мартында килешеп һүҙ бирештек. Килешеүгә икебеҙ ҙә ҡул ҡуйҙыҡ. Шәреҡтәге бер мазлум милләттең хоҡуҡтары, тулы булмаһа ла, танылғайны. Ун дүрт ай тигәндә улары ла күккә осто”, – тинем. Ленин: ”Бындай әхлаҡи тәғлимәттәр хаҡында нимәгә таянып һүҙ күтәрҙегеҙ? Һеҙ ниндәй инҡилабсы? Ни эшләп шул килешеүҙәргә йәбешеп маташаһығыҙ? Һеҙҙең менән төҙөгән килешеү һис кемгә һис ниндәй бурыс йөкмәтмәүсе ҡағыҙ киҫәге генә ул”, – тине...”
Һүҙ ниндәй килешеүҙе ҡағыҙ киҫәгенә иҫәпләгәнен аңлағанһығыҙҙыр (1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә төҙөлгән Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү, үҙе лә ҡул ҡуйған).
Фото: Юлай Кәримов.