Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2022, 18:42

Алға, Башҡортостан!

Өфөлә барған концертта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

Алға, Башҡортостан!
Алға, Башҡортостан!

– Сараға килгән һәр ҡайһығыҙға рәхмәт әйтергә теләйем, сөнки ябай булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ. Бөгөн Донбасста меңләгән егетебеҙ мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә ҡатнаша — илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай. Улар араһында Башҡортостан егеттәре лә күп. Бөгөн беҙ уларҙы ҡеүәтләү өсөн ошонда йыйылдыҡ. Күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел, һуңғы ваҡытта илебеҙгә төрлө яҡтан ҡот осҡос баҫым яһала башланы. Беҙ берҙәм булғанда ғына барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға аласаҡбыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш бара, юғалтыуҙар бар... Беҙгә һәләк булған һәр һалдаттың ғаиләһе тураһында хәстәрлек күрергә, уларға ярҙам итергә кәрәк. Сөнки беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Президентыбыҙ әйткәнсә, мин — лак та, чечен да, татар ҙа, мордва ла һ.б. Бөгөн был һүҙҙәрҙе һәр ҡайһыбыҙ ҡабатлап әйтә ала. Тик алға барайыҡ. Алға! – тине республика етәксеһе.

Әле концерт дауам итә. Тиҙҙән майҙанда «Беҙҙең йөрәктәр яҡтыһы» Бөтә Рәсәй эстафетаһы үтәсәк. Һәр кемдең ҡулында аҡ таҫмалар һәм көҙгө рәүешендәге йөрәктәр.

Фото: Юлай Кәримов.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: