Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 15:35

Жириновский урамы йә паркы булырмы?

Билдәле партияның етәксеһе Владимир Жириновский ваҡытһыҙ мәрхүм булғас, уның исемен мәңгеләштереү буйынса төрлө тәҡдим яңғырай башланы.

Жириновский урамы йә паркы булырмы?
Жириновский урамы йә паркы булырмы?

ЛДПР партияһының республика бүлексәһенә Жириновскийҙың исемен мәңгеләштереүҙе һорап, бик күп мөрәжәғәт килә икән. Халыҡ Өфөлә яңы урамға, йә паркка, скверғамы, бәлки, берәй тыҡрыҡҡа булһа ла билдәле сәйәсмәндең исемен ҡуштырырға теләй. Ҡултамғалар йыйыу ҙа башланған.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы, Ҡала советындағы ЛДПР фракцияһы депутаттары БР Башлығы һәм Өфө хакимиәте етәкселегенә ошо тәҡдим буйынса хат ебәргән.

Беләһегеҙ, Владимир Жириновский коронавирус йоҡтороп ауырығандан һуң, мандый алмай вафат булды.

Фото: ТАСС.

Жириновский урамы йә паркы булырмы?
Жириновский урамы йә паркы булырмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: