Әле таҙалыҡ өсөн көрәш алып барған уҙаман, ауыл хакимите менән килешеп, ауыл янындағы тау битләүен кәртәләп алған һәм унда 500 төп ағас ултыртҡан. Тағы ла 60 төп ағасҡа урын бар, ти ул. Бында ҡарағай, ҡайын, алма, груша, миләш кеүек ағастар урын алған.
- Изге рамаҙан айында ауыл халҡына ла, тәбиғәткә лә әҙме-күпме ярҙам итке килә. Беҙҙең яҡта ямғыр бик һирәк яуа. Шуға ла яҡында әҙме-күпме урман булһа, ямғыр тартып торор ине, тигән уй бар. Изге ғәмәлгә балаларым да ихлас ҡушылып ярҙам итә. Былтыр 184 төп ағас ултырттыҡ. Йәй буйы Сыңғыҙҙа йәшәүсе улым менән киленем, ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәрем һыу ташып һипте. Быйыл ҡалған ағастарҙы ултыртып бөттөк. Өмәгә Баймаҡта йәшәүсе ҡыҙым менән кейәүем, күрше ауылда йәшәүсе ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым да килде. Ағас үҫентеләрен Баймаҡ урман хужалығы ла бирҙе, – ти ул.
Яҡшы уй-ниәттәр менән тотонған эшегеҙ уң. киләсәктә Фәйзрахман Усманов урманы тип әйтерлек булһын!
Фото: Т. Аманов