Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 18:37

Тәүлек эсендә муттар 12 кешене алдаған

Өфөлә йәшәгән 45 йәшлек ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, уның исеменә 590 мең һум кредит алырға маташыуҙары хаҡында хәбәр итә. Быны туҡтатырға ярҙам итәм, тип ҡатынды алдап, билдәһеҙ ир шул сумма аҡсаны үҙенең иҫәбенә күсерттергән. Ҡатын телефонға килгән кодтарҙы билдәһеҙ әҙәмгә әйтеп тормаһа, тоҙаҡҡа эләкмәҫ ине лә бит, ҡайҙан һуң... Хәҙер ул банк алдында бурыслы тороп ҡалған... 

Тәүлек эсендә муттар 12 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 12 кешене алдаған

19 йәшлек егет йәйге резина һатып алам, тип, ялған "һатыусыға" тап булған. "Һатыусы" уға аҡса түләр өсөн һылтанма ебәргән, егет шунда инеүе булған, иҫәбендәге бөтә аҡсанан елдәр иҫкән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: