Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 17:50

Радик Юлъяҡшин Сергей Кузнецов менән осрашҡан

Яңыраҡ Радик Юлъяҡшин ҡасандыр үтә билдәле булған “Ласковый май” төркөмөнә нигеҙ һалыусы Сергей Кузнецовтың хәлен белергә өйөнә барған.

Радик Юлъяҡшин Сергей Кузнецов менән осрашҡан
Радик Юлъяҡшин Сергей Кузнецов менән осрашҡан

Улар иҫтәлеккә фотоға ла төшкән.Фотонан күренеүенсә, танылған йырҙар авторы бик ғәҙәтти шарттарҙа йәшәй.

“Легендар кеше менән осрашыу! Сергей Кузнецов – “Ласковый май” төркөмөнә нигеҙ һалыусы. Әлеге төркөмдөң ҡайһы йырҙары һеҙгә күберәк оҡшай?”– тип һораған Элвин Грей “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: