Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 21:39

Лагерҙарҙа 400 мең бала ял итәсәк

Республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһында «Башҡортостан Республикаһында балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн йәйге ялды ойоштороу» темаһына «түңәрәк өҫтәл» үтте.

Лагерҙарҙа 400 мең бала ял итәсәк
Лагерҙарҙа 400 мең бала ял итәсәк

Унда килтергән мәғлүмәттәр буйынса, балаларҙың ялын ойоштороуға һәм сәләмәтләндереүгә 1 миллиард 798 миллион һум аҡса бүленә: шуларҙың 1 миллиард 590 миллионы – төбәк ҡаҙнаһынан, 208 миллионға яҡыны – муниципаль белем биреү ҡаҙнаһынан.

Әйткәндәй, республика биләмәһендә урынлашҡан балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмалары ҡарамағында 1533 һауыҡтырыу ойошмаһы иҫәпләнә. Реестрға 3 палаткалы лагерь, 92 ҡала ситендәге лагерь, 805 көндөҙгө лагерь, 581 балалар хеҙмәт һәм ял лагеры, 52 махсус балалар лагеры ингән. Быйылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 40 стационар палаткалы лагерь эшләйәсәк, ҡала ситендәге 19 стационар лагерҙа пляждар һәм бассейндар йыһазландырылған, улар быйыл 7720 баланы ҡабул итеп, «Йөҙөргә өйрәтеү» программаһын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, быйыл 400 мең бала ял итеүгә йәлеп ителәсәк, был Башҡортостанда мәктәп йәшендәге балаларҙың 78,6 проценты. Балаларҙың ял итеү һәм сәләмәтләндереү ойошмаларында 25 меңдән ашыу кеше эшләйәсәк. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә инклюзив сменалар ҙа ҡаралған. Республиканан ситкә 3 мең бала сығыуы көтөлә. Улар «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә, «Алмаш» һәм «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәрендә ял итәсәк.

Лагерҙағы тәрбиә эштәре тыуған ил, ғаилә, дуҫлыҡ, хеҙмәт, шәфҡәтлелек ҡиммәттәренә ҡоролған. Шулай уҡ ял итеү программаларына иҫтәлекле көндәр ҙә индерелгән.

                                                                                                  

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: