Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 17:15

Эттәрҙең дә иҫәбе алынасаҡ

Уны йәмәғәт ойошмаһы үткәрәсәк.

Эттәрҙең дә иҫәбе алынасаҡ
Эттәрҙең дә иҫәбе алынасаҡ

«Ғүмер өсөн» йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостанда эттәрҙе иҫәпкә алыуҙы үткәреү тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Ойошма советы рәйесе Айһылыу Ғизәтуллина билдәләүенсә, кешеләргә башлыса йорт хайуандары һөжүм итә. Шул уҡ ваҡытта чип ҡуйылмау һәм теркәлмәү арҡаһында уны таныуы ауыр.

Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн йәмәғәт ойошмаһы эттәрҙең иҫәбен алыуҙы алдағы ике-өс айҙа үткәрергә ниәтләй. Был эш менән ойошманың бүлексәләре шөғөлләнәсәк. Әлегә улар ирекмәндәр йәлеп ителәск. Улар халыҡтан йәнлектәр тураһында мәғлүмәт йыясаҡ.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: