Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 08:28

Электроника өлкәһендәге һөнәрҙәргә ҙур иғтибар бүленә

2022 – 2023 уҡыу йылында республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында электроника өлкәһендәге һөнәрҙәргә 219 ҡаҙна урыны ҡаралған. Был хаҡта Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итә. Был йүнәлеш буйынса кәрәкле белгестәрҙе өс уҡыу йорто – Өфө дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт  һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары әҙерләй.  

Электроника өлкәһендәге һөнәрҙәргә ҙур иғтибар бүленә
Электроника өлкәһендәге һөнәрҙәргә ҙур иғтибар бүленә

– Өфө дәүләт авиация техник университетында «Осоу аппараттары менән идара итеү системалары» белгеслеге буйынса маҡсатлы уҡытыу - Рәсәй Оборона министрлығы линияһы буйынса, ҡалған йүнәлештәрҙә хәрби кафедра бар. ӨДАТУ-ны тамамлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы илдең ҙур компанияларына эшкә урынлаша,  – ти Өфө авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков.

Санкция шарттарында Рәсәй өсөн электрониканы үҫтереү принципиаль. Илебеҙҙең был өлкәне үҫтереү өсөн ҙур потенциалы бар, әммә профессиональ кадрҙар кәрәк.

– Юғары уҡыу йорттары кадрҙарҙы иҡтисад ихтыяждарын иҫәпкә алып әҙерләй. Бөгөн илгә сәнәғәт ҡорамалдары менән эшләй, көнкүреш техникаһы һәм гаджеттар булдыра, электр машиналарын һәм станоктарын хеҙмәтләндерә алған белгестәр кәрәк. Шуға күрә электроника өлкәһендә 18,6 меңдән ашыу урын бакалавриат һәм белгеслек программаларына бүленгән. Һуңғы ике йылда урындар һаны 1,9 меңгә артты, - тип аңлатма бирҙе Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса Хөкүмәт йыл һайын юғары уҡыу йорттарында ҡаҙна урындарын арттыра. Быйылғы уҡыу йылында «Электроника, радиотехника һәм элемтә системалары», «Материалдар технологияһы», «Нанотехнологиялар һәм наноматериалдар» әҙерлек йүнәлештәре буйынса 24,5 мең самаһы ҡаҙна  урыны бүленгән.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: