Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 15:30

Башҡортостанда бер ир дауахананан сығып киткән һәм юғалған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡот осҡос хәлдә яҙғыһын ғына тапҡандар.

Башҡортостанда бер ир дауахананан сығып киткән һәм юғалған
Башҡортостанда бер ир дауахананан сығып киткән һәм юғалған

Өфөлә 21-се дауахана янындағы мәйетхана һаҡсыһы ерҙә ятҡан ирҙең мәйетен тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҙған йылдың 14 октябрендә ир 21-се дауаханаһының ҡабул итеү  бүлмәһенән сығып  киткән һәм юғалған, тип хәбәр итә “Башинформ”. Өфөлә йәшәгән 47 йәшлек ирҙең ҡыҙы полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ул атаһының эпилепсия менән яфаланыуы хаҡында әйткән.

Һөҙөмтәлә алты ай үткәс кенә дауахананан 100 метр алыҫлыҡта ятҡан һөлдәгә мәйетхана һаҡсыһы юлыҡҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар мәрхүмдең шәхесен асыҡлаған һәм ҡыҙына хәбәр иткән. Үлемдең аныҡ сәбәбен тураһында суд-медицина экспертизаһын асыҡлаясаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: