

Әйткәндәй, беҙ белгән сумаҙандар, йәғни шуларға оҡшаштары, XIX быуат урталарында барлыҡҡа килгән. Уны Луи Витон тигән француз оҫтаһы яһаған. Уға тиклем дә юл сумкалары булған инде. Тик самаһыҙ ҙур йә йөрөтөүгә уңайһыҙ булған. Ә Луи дүрткел итеп яһаған, һыу үткәрмәй торған материал менән ҡаплаған, эсенә веер, бирсәткә һәм башҡа шундай әйберҙәр һалыу өсөн бүлкәттәр ҙә эшләгән. Тәгәрмәс ҡуйыуын ҡуймаған. Хәҙер генә ул сумаҙандарҙы тәгәрәтеп, һөйрәп кенә йөрөтәбеҙ.
1940 – 1960 йылдарҙа фибра сумаҙандар таралып киткән.
1980 – 1990 йылдарҙа сумаҙандарға наклейка йәбештереү модаһы сыҡҡан.
Күп кешелә бөгөн дә иҫке сумаҙандар һаҡланалыр әле. Тик өйҙән йә соланға, йә келәткә генә күскәндер. Шулаймы?