Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 00:37

«Аллаһы Тәғәлә был мәжлестәребеҙҙе бәрәкәтләндерһен Иншә аллаһ»

Изге Рамаҙан айында киң  мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар өсөн ифтар мәжлеcе үткәрелде. Уны  Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты икенсе тапҡыр ойошторҙо.

«Аллаһы Тәғәлә был мәжлестәребеҙҙе бәрәкәтләндерһен Иншә аллаһ»
«Аллаһы Тәғәлә был мәжлестәребеҙҙе бәрәкәтләндерһен Иншә аллаһ»

– Бар эштәрҙе лә бергәләшеп, Аллаға шөкөр, алып барабыҙ. Былтыр мәҙрәсәнең етәксеһе Йәмил Камил улы менән йәмәғәт, мәғлүмәт эшмәкәрҙәре өсөн беренсе тапҡыр ифтар уҙғарҙыҡ та, бик яҡшы ултырыш килеп сыҡҡайны. Йылы мөхиттә матур итеп һөйләшеп, аралашып, бында килгән ҡайһы бер апайҙар Рамаҙан айы, Аллаһы Тәғәләгә бағышланған шиғырҙарын уҡыны. Бына шуға бер йыл да үтеп киткән Аллаға шөкөр. Был традицияны һаҡлап киләбеҙ, артабан да шулай дауам итербеҙ, бәйләнеште, мөғәмәләтте артабан да алып барырбыҙ, тигән өмөттәмен.

Беҙҙең Нурмөхәмәт хәҙрәттең «Дин – ул мөғәмәләт» тигән китабы сыҡҡайны. Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһиссәләм әйтә: «Дин – ул мөғәмәләт».  Әгәр ҙә мөғәмәләт бар икән, эш бара, мөғәмәләт ҡоролмаған икән, ниндәй генә ярҙам булмаһын, эш бармаясаҡ. Беҙ бер өҫтәл артында ултырабыҙ, бер-беребеҙҙең намыҫына тап төшөрмәҫбеҙ, бер-беребеҙҙе нығытып, тағы ла алға этәреп, бер-беребеҙҙе тартып йәшәрбеҙ Иншә аллаһ. Аллаһы Тәғәлә был мәжлестәребеҙҙе бәрәкәтләндерһен Иншә аллаһ, – тип сәләмләне табынға йыйылыусыларҙы Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин. Ул бер хәҙисте лә хәтергә төшөрҙө. Кем дә кем хәйерле эшкә икенселәрҙе этәрә, ул эшләгән кешеләр кеүек шул уҡ әжер алыр, ти. Тимәк, әгәр беҙ яҡшы эшкә өндәйбеҙ икән, кем ул эште тыңлап, артынан эйәрә, беҙ ҙә ул эштең әжерен алырбыҙ. Эшләгән кешенең дә сауабы кәмемәй,кем өйрәткән ул да сауап аласаҡ, ти.

Ифтар мәжлесендә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты алып барған эшмәкәрлек, «Ватан» хәйриә фонды, Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә-колледжы хаҡында ла хәбәрҙар булдыҡ. Бында йыйылыусылар үҙҙәренең теләк-тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Шулар араһында «Матбуғат йорто»нда дин дәрестәре үткәреү, тәһәрәт бүлмәһе булдырыу, дини терминология комиссияһын ойоштороу кеүек төрлө уй-фекерҙәр ҙә яңғыраны. Рамаҙан айы, ураҙа хаҡында шиғыр уҡыусылар ҙа булды, мөнәжәт тә тыңланыҡ.

Һәр беребеҙҙең тотҡан ураҙалары ҡабул булһын Иншә Аллаһ, Рамаҙан айының  ҡалған көндәрен дә изге ғәмәлдәр менән үткәрергә яҙһын. Барыһы исеменән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына рәхмәтебеҙҙе лә белдерәбеҙ.

 

 

АВТОР фотолары.

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: