8 апрелдән 15-нә тиклем республикала айырыуса сөгөлдөр, йомшаҡ шоколадтар һәм тоҙ ҡиммәтләнгән. Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡ уртаса 5,2, 4,8 һәм 4,6 процентҡа артҡан һәм 65,36 һум, килограмы 381,34 һум һәм 15,13 һум тәшкил иткән. “Башстат” баҫып сығарған мәғлүмәттәр ошоно раҫлай.
Шулай уҡ ошо осорҙа төбәктә колбасаға, балалар өсөн йәшелсә консерваларына һәм шәкәргә хаҡ һиҙелерлек күтәрелгән. Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың үҫеше 3,9 – 4,4 процент тәшкил иткән.
Бер аҙнала Башҡортостанда помидор һәм кәбеҫтә арзанайған – 9,6 һәм 7,9 процент. Хәҙер улар 185,09 һәм 87,98 һум тора.
Фото: Т. Аманов