Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апрель 2022, 11:05

15 йәшлек ҡыҙҙы был донъянан китергә нимә мәжбүр иткән?

Стәрлетамаҡ районының Айгөл ауылында туғыҙынсы класс уҡыусыһы үҙ-үҙенә ҡул һалған.  

15 йәшлек ҡыҙҙы был донъянан китергә нимә мәжбүр иткән?
15 йәшлек ҡыҙҙы был донъянан китергә нимә мәжбүр иткән?

Билдәле булыуынса, ғаиләлә 15, 14 һәм 8 йәшлек өс ҡыҙ тәрбиәләнгән. 19 апрелдә, үҫмерҙең класын өйҙән уҡыуға күсереүҙәре сәбәпле, ул бер үҙе тороп ҡала. Сәғәт 12-ләр тирәһендә өйгә ҡыҙҙың атаһы ҡайта һәм балаһында йәшәү билдәләр булмауын аңлай. Ир ауыл фельдшерын саҡырған, ләкин ул уҡыусы ҡыҙҙың үлемен раҫлаған.

Мәрхүмәнең кәүҙәһе янындағы өҫтәлдә яҙыу табылған. Унда ҡыҙ ҡылығы өсөн ғаиләһенән ғәфү үтенгән, ата-әсәһенә рәхмәт белдергән һәм туғандарын яратыуы хаҡында әйткән.

Ваҡиға урынына Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге тәфтишсеһе һәм прокурор килгән. Әңгәмә барышында ҡыҙҙың атаһы үҙенең ҡыҙы менән ҡатыны араһында бер ниндәй ҙә низағ булмауы хаҡында әйткән. Ғаиләнең тәьмин ителгән һәм имен булыуы билдәле.

Уҡыусы полицияла иҫәптә тормаған. Ул спорт менән шөғөлләнгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: