«Эколь» Стәрлетамаҡ предприятиеһы сит ил кер йыйыу онтаҡтарын алмаштырыу маҡсатында етештереү ҡеүәттен арттыра. Бөгөн компания йәнә Рәсәй магазиндарын үҙ тауарын тәьмин итә башланы.
Әле «Зифа» һәм «Луч» яңы һатыу баҙарҙарын яулай, улар Азия илдәренә, Дағстанға һәм Ҡаҙағстанға оҙатыла башлаған, тиҙҙән Чечен республикаһына тәүге партия ебәреләсәк.
– Беҙ төрлө йүнәлеш буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, кер йыйыу онтағына ихтыяж ҙур. Һәр мөрәжәғәт менән айырым эшләйбеҙ. Әлбиттә, иң тәүҙә беҙ Рәсәй баҙарын тәьмин итергә тейешбеҙ, артабан экспортлау мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ, – ти компания директоры Вячеслав Морозов.
Һуңғы айҙа ғына «Зифа» һәм «Луч» порошоктарын етештереү өс тапҡырға артҡан. Компания етәкселеге һүҙҙәренсә, сеймал менән проблема юҡ, сөнки производствола күбеһенсә Рәсәй сырьеһы файҙаланыла. «Эколь» артабан тауар төрлөлөгөн киңәйтергә йыйына. Йәйгелеккә компания «Тоби кидс» балалар кейемдәре йыйыу сараларын һатыуға сығарасаҡ.