-10 °С
Болотло
Был хәл үткән аҙнала Мәскәүҙә була. Билдәле булыуынса, 42 йәшлек ҡатын ванна бүлмәһендә ҡыҙ бала таба. Һуңынан ата-әсә сабыйҙы таҫтамал менән урап сумкаға һала һәм 9-сы ҡаттағы сүп-сар үткәргес торба аша төшөрөп ебәрә.
Бәхеткә күрә, сабый иҫән ҡалған, әле ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Ә йөрәкһеҙ әсәне полицейскийҙар ҡулға алған. Ул үҙ ғәйебен таныған, уға иркенән мәхрүм ителеү янай.
Фото: Т. Аманов