Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 09:45

Уйланмай эшләнгән эш ирҙең ғүмерен ҡыйған

Үлем ҡатыны алдында булған...

Уйланмай эшләнгән эш ирҙең ғүмерен ҡыйған
Уйланмай эшләнгән эш ирҙең ғүмерен ҡыйған

Учалы районының Миндәк ауылында сыҡҡан янғынды һүндергән ваҡытта 63 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Ғәҙәттән тыш хәл Партизан урамында булған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, оло йәштәге ир ихатаһында ҡоро үләнде яндырырға булған. Ялҡын биләмәгә тиҙ таралған. Хужаның ҡатыны быны күреп ҡалып, ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан.

Ваҡиға урынына Дәүләт комитеты, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре килгән. Әлеге ваҡытта мәрхүмдең үлем сәбәбе асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: