Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 15:39

«Һуңғы ҡыңғырау» байрамы ҡасан үтәсәк?

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев баш ҡалабыҙҙың белем  усаҡтарында «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыу көнөн раҫланы.

«Һуңғы ҡыңғырау» байрамы ҡасан үтәсәк?
«Һуңғы ҡыңғырау» байрамы ҡасан үтәсәк?

Байрам тантанаһы  25 майҙа ойоштороласаҡ. Тейешле документ мэрияның сайтында донъя күрҙе.

Был көндө Өфө райондары хакимиәттәре башлыҡтарына, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығына, Янғын һағы идаралығына, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлегенә байрамды үткәргәндә уҡыусылар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау, уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау йәһәтенән саралар күреү бурысы йөкмәтелгән.

Әйткәндәй, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы көнөндә республикала сығарылыш уҡыусыларына спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Әлеге закон 2017 йылдан ғәмәлгә индерелгәйне.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: