Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 15:45

Талҡаҫ һаҡланһын өсөн

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән Баймаҡ районында урынлашҡан Талҡаҫ күленә айырым һаҡлана торған биләмә статусы бирҙе.

Талҡаҫ һаҡланһын өсөн
Талҡаҫ һаҡланһын өсөн

Тейешле указ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, күл биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, быраулау, шартлатыу һәм тау эштәрен башҡарыу, киптереү һәм гидромелиорация, электр тапшырыу линиялары һәм башҡа коммуникациялар һалыу, ҡалдыҡтар ташлау, шулай уҡ һунарҙың бөтә төрҙәре тыйыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Талҡаҫ күле 2021 йылдың 15 октябрендә тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылды.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: