Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 10:49

Социаль әһәмиәтле гранттар конкурсына ғаризалар йыйыу тамамланды

Был юлы гражданлыҡ институтын үҫтереү һәм социаль әһәмиәттәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса БР Башлығы гранты конкурсына рекордлы күләмдә документтар тапшырылған.

Социаль әһәмиәтле гранттар конкурсына ғаризалар йыйыу тамамланды
Социаль әһәмиәтле гранттар конкурсына ғаризалар йыйыу тамамланды

Барлығы 522 ғариза ҡабул ителгән. Был, 2021 йылғы конкурс менән сағыштырғанда, 53 процентҡа күберәк (былтыр 342 булған). Проекттар өсөн һоралған аҡсаның дөйөм суммаһы 753,5 миллион һумға уҡ барып етә. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) был йәһәттән әүҙемлеген күрһәткән. Бер проектҡа бүленәсәк аҡса суммаһы 3 миллион һумдан да ашырға тейеш түгел. Финанслау күләме 90 миллион һум.

Иң популяр йүнәлештәр – “Мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау” (159 ғариза), ”Социаль хеҙмәтләндереү, булышлыҡ итеү һәм айырым категория граждандарын яҡлау” (86), ”Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормошто, физкультура һәм спортты пропагандалау” (86).

Муниципалитеттар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ғафури районы әүҙем. Борай районы НКО-лары ғына бер ғариза ла бирмәгән.

Грант еңеүселәре 10 июндән дә һуңға ҡалмай билдәле буласаҡ.

Фото: “Башинформ”

Социаль әһәмиәтле гранттар конкурсына ғаризалар йыйыу тамамланды
Социаль әһәмиәтле гранттар конкурсына ғаризалар йыйыу тамамланды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: