Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 21:25

"Панчо" торты

Еңел генә әҙерләнә торған торт.    

"Панчо" торты
"Панчо" торты

 

Бисквит өсөн  5 шт йомортҡа, 200 г шәкәр , 1 ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), 100 г аҡ май, 200 г он кәрәк. Йомортҡаларға шәкәрҙе өлөшләп һалып, миксер менән күпертергә. Һуңынан сиратлап  ҡамыр йомшартҡыс, май, он һалырға. Әҙер ҡамырҙы 160 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 30 –35 минут бешереп алырға.

   Крем әҙерләгәндә  30 процентлы кибет ҡаймағына  шәкәр оно һалып, миксер менән туҡырға. Корж әҙер булғас, уны һыуытырға. Полиэтилен моҡсайға һалып, бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа һалып торорға. Персикты йәки ананасты (консерваланған) бик ваҡ итмәйсә генә шаҡмаҡлап турарға ла,  биксквитты ике өлөшкә бүлеп, араһына һалырға, крем һыларға. Торттың өҫтөн кокос онтағы , шоколад менән биҙәргә була.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: