Әле Затон шоссеһында, Менделеев, Амантай урамдарында эш бара. Тиҙҙән Кемерово, Новороссийская урамдарында, Салауат Юлаев проспектында ремонт башланасаҡ.
Эш барышында хәрәкәт сикләнә, шул сәбәпле, юлдарҙың асыҡмы, түгелме икәнен алдан белешегеҙ.
Кемерово урамында, Комаров урамынан алып Яңы Александровка шоссеһына тиклемге участкала, шулай уҡ Яңы Александровка шоссеһы буйлап, Кемерово урамынан алып Губкин урамына тиклемге участкала әҙерлек эштәре, фрезерлау, асфальт-бетон япмаһының аҫҡы һәм өҫкө ҡатламын түшәү барышында автомобилдәр хәрәкәте 2022 йылдың 20 апреленән 19 сентябренә тиклем сикләнә.
Үҙәк урамдан Новороссийская урамы буйлап, Дим-Затон автомобиль юлына тиклемге участкала юл фрезерлау үткәреү, асфальт-бетон япмаһының тигеҙләү ҡатламын һалыу осорона ябыла. Сикләүҙәр 2022 йылдың 20 апреленән 30 авгусына тиклем ғәмәлдә була.
Салауат Юлаев проспектында Октябрь Революцияһы урамынан алып Минһажев урамына тиклемге участкала 22 апрелдән 30 сентябргә ҡәҙәр юлдың бер һыҙатында хәрәкәт сикләнә.
Фото: Өфө хакимиәтенән.