Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 16:34

Күренекле рәссамға арналған хәтер кисәһе үтте

11 апрелдә башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, күренекле рәссам Ҡасим Дәүләткилдеевтың тыуыуына 135 йыл тулғайны. Ошо уңайҙан уның исемен йөрөткән Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында хәтер кисәһе ойошторолдо.

Күренекле рәссамға арналған хәтер кисәһе үтте
Күренекле рәссамға арналған хәтер кисәһе үтте

Сара 2017 йылда белем усағының ихатаһына ҡуйылған бюстҡа сәскәләр һалыуҙан башланып китте. Әйткәндәй, уның авторы – билдәле скульптор, педагог,  Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Илдус Закиров.

Килгән ҡунаҡтар өсөн интернат-гимназия буйлап экскурсия ойошторолдо. Белем усағында уҡыусыларҙың ижади эштәренән торған күргәҙмәне ҡаранылар.

Компьютер бүлмәһендә интернат-гимназия уҡыусылары төшөргән «Башҡортостан ынйыһы» йәнһүрәте күрһәтелде. Быйылғы уҡыу йылында гимназия республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығының гранттарын тапшырыу конкурсында еңеп сыҡты. Проект Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә «Башҡортостан ынйыһы» ҡыҫҡа метражлы анимация фильмдарын төшөрөү» тип атала. Йәнһүрәттәрҙең биш серияһында республикабыҙҙың тәбиғәте, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың көнкүреше һәм мәҙәниәте күрһәтелгән.

Интернат-гимназияның иң сағыу урындарының береһе – музей. Бында мәктәптең тарихы һәм башҡорт халҡының этнографияһы буйынса бай материалдар тупланған.  Интернат-гимназияның директоры Гөлйемеш Садыҡова әйтеүенсә, белем усағы тарихы 1961 йылдан башлана. Педагогик кадрҙар менән тәьмин итеү, тәүге уҡыусыларҙы йыйыу БАССР-ҙың мәғариф министры Фатима Мостафина эшләгән осорҙа үткәрелә. 1965 йылда мәктәп республика урта һынлы сәнғәт интернат-мәктәбе тип үҙгәртелә. 1994 йылда интернат-мәктәп республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына әйләнә. Элекке директор Рәфил Фәтиховтың башланғысы менән уға Башҡортостандың һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ҡасим  Дәүләткилдеевтың исеме бирелә.

– Беҙҙең бөйөк тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, бай телебеҙ бар. Нигеҙҙәрҙең нигеҙе тап ошоға ҡорола ла инде. Әле республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында өс йөҙҙән ашыу уҡыусы белем ала. Күренекле рәссамыбыҙ Ҡасим Дәүләткилдеев та бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү менән ҡыҙыҡһына. Шуның менән бергә ул ошо ижадтың осҡонон яңы быуындарға тапшырырға шат булыр ине. Һеҙҙең күп уҡытыусыларығыҙ Ҡасим Дәүләткилдеевтың уҡыусыларының уҡыусылары инде. Уларҙан һеҙ ҙә эстафетаны ҡабул итерһегеҙ, тип ышанам, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Сара барышында рәссамдар, уҡытыусылар, шулай уҡ гимназияның һәләтле уҡыусыларына Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге премия ла тапшырылды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: