Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 05:34

Көн һайын бер минут ҡына турникта эленеп тороу ҙа бик файҙалы

Турникта эленеп тороу  – иң ябай һәм һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ күнекмәләрҙең береһе.

Көн һайын бер минут ҡына турникта эленеп тороу ҙа бик файҙалыКөн һайын бер минут ҡына турникта эленеп тороу ҙа бик файҙалы
Көн һайын бер минут ҡына турникта эленеп тороу ҙа бик файҙалы

Әгәр ҙә көн һайын даими рәүештә шөғөлләнһәң, тиҙҙән ыңғай яҡҡа үҙгәреш һиҙерһең. Мәҫәлән, бындай күнекмә умыртҡа бағанаһын нығытасаҡ, тағы ла бер аҙға һуҙасаҡ, тимәк, буйығыҙ саҡ ҡына оҙонаясаҡ.

Көн һайын бер минут ҡына турникта эленеп тороу ҙа бик файҙалы. Умыртҡа бағанаһы менән бәйле проблемалар үҫешенә юл ҡуйылмаясаҡ. Оҙаҡ йылдарға остеохондроз хаҡында ла оноторға тура килер. Етмәһә, ҡан әйләнешенең яҡшырыуына булышлыҡ итәсәк.

 Күп спортсылар күнекмәләрҙән һуң бер нисә минут турникта эленеп тороуға бүлә. Баҡһаң, ауыр күнекмәләрҙән һуң арыған мускулдарҙы һуҙырға һәм тергеҙергә ярҙам итә икән.

Әммә ҡайһы берәүҙәр өсөн ярамағанлығын да онотмағыҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас