Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 10:00

«Кәкүк-әсә»не табырға ярҙам итегеҙ!

Билдәле булыуынса, ул – танылған  блогерша. Ҡатындың социаль селтәрҙә ултырырға ваҡыты бар, ә  өс балаһы уның наҙынан мәхрүм.

«Кәкүк-әсә»не табырға ярҙам итегеҙ!
«Кәкүк-әсә»не табырға ярҙам итегеҙ!

Башҡортостан приставтары сығышы менән Учалы районынан булған “тиктокерша” Динә Зөлҡәрнәеваны эҙләй. Был хаҡта бөгөн,  кисә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

27 йәшлек ҡатын – өс бала әсәһе, приставтар фаразы буйынса, атаһы тәрбиәһендәге ике ҡыҙына һәм улына бер нисек тә ярҙам күрһәтмәй һәм алимент түләүҙән дә ҡаса. Зөлҡәрнәеваның 30 меңгә яҡын  кеше яҙылған аккаунты бар. Унда ул төрлө ҙур булмаған юмористик скетч һәм видеояҙма баҫтыра.

Бурыслы ҡатын суд приставтары хеҙмәтенә килеүҙән баш тарта һәм ҡасып йөрөй. Әлеге ваҡытта уның йәш ире менән Мәскәүҙә йәшәүе билдәле.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: