Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 13:30

Күңелһеҙ статистика...

Йыл башынан алып республикала 1808 янғын теркәлгән, 71 кеше һәләк булған (шул иҫәптән ике бала), 83 кеше йәрәхәтләнгән. Кисә Баймаҡ районында ике тәбиғи янғын теркәлгән. Бынан тыш үлән яныу осраҡтары йышайған (космос мониторингы системаһы тарафынан раҫланған 66 ут нөктәһе теркәлгән).

Күңелһеҙ статистика...
Күңелһеҙ статистика...

Хөрмәтле республика халҡы! Алда йылы ял көндәре, һуңынан май байрамдары беҙҙе көтә. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, зинһар. Йорт яны биләмәһен таҙартҡанда ла хәүефһеҙлекте онотмағыҙ. Вайымһыҙлыҡтың оло бәләгә килтереүе ихтимал!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Күңелһеҙ статистика...
Күңелһеҙ статистика...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: