Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 22:19

Иң бәкәлгә һуҡҡан проблема...

Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Иң бәкәлгә һуҡҡан проблема...
Иң бәкәлгә һуҡҡан проблема...

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондының баш идарасыһы Константин Тимофеев видеобәйләнеш аша проблемалы йорттар мәсьәләһе хаҡында һөйләште. Осрашыуҙа төҙөлөш идаралыҡтары етәкселәре, хоҡуҡ һаҡсылары һәм фонд белгестәре ҡатнашты.

Быйыл йыл башынан Хөкүмәт ярҙамы менән меңдән ашыу алданған өлөшсө үҙҙәренең хоҡуҡтарын тергеҙгән. Әле тағы ла 2,9 мең кеше мәсьәлә хәл ителерен көтә.

– Республикалағы торлаҡ-төҙөлөш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн фонд командаһына рәхмәтемде еткерәм. Фонд белгестәре менән 2023 йыл аҙағына тиклем бөтә өлөшсөләрҙең дә хоҡуҡтарын тергеҙеү йүнәлешендә эшләйбеҙ. Президентыбыҙ беҙҙең алдыбыҙға ошондай бурыс ҡуйҙы, – тине Радий Хәбиров.

Апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, фондтың проблемалы объекттар реестрында 56 оҙаҡ төҙөлгән йорт иҫәпләнә. Уларҙың 36-һын төҙөп бөтөргә ҡарар ителгән, ҡалған егермеһенә компенсациялар түләнә. 18 объект буйынса мәсьәлә хәл ителгән һәм улар реестрҙан алып ташланған.

2022 йыл аҙағына тиклем фонд тағы ла алты өй, 850 алданған өлөшсө буйынса ҡарар ҡабул итергә йыйына. Тағы ла өс йортто төбәк бюджеты ярҙамында төҙөп бөтөү планлаштырыла.

– Беҙ республика менән эшлекле хеҙмәттәшлек алып барабыҙ. Башҡортостанда алданған өлөшсөләр мәсьәләһе артыҡ ҡатмарлы түгел, – тине Константин Тимофеев. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: