Федераль һауа транспорты агентлығының 19 апрелдәге бойороғона ярашлы, «Ред Вингс» авиакомпанияһы өс айға аҙнаһына дүрт тапҡыр «Өфө — Нур-Солтан» һәм «Өфө — Алматы» маршруты буйынса осорға рөхсәт алды.
«Ютэйр» аҙнаһына бер тапҡыр «Өфө — Ташкент» маршруты буйынса осасаҡ.
Әлегә Нур-Солтанға (Астана) Мәскәүҙә йәки Екатеринбургта күсеп ултырып ҡына барып етергә мөмкин ине. Юл хаҡы ике яҡҡа уртаса 35 мең һумға төшә, юлға 10-29 сәғәт ваҡыт китә.
Ташкентҡа билетҡа уртаса 45 мең һум, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙа икенсе самолетҡа күсеп ултырырға, ә юлға 12 сәғәт тирәһе ваҡыт кәрәк.
Фото: politnavigator.net