Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 09:30

Фән өлкәһендә эшләүселәргә - премиялар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тураһында указға ҡул ҡуйған.    

Фән өлкәһендә эшләүселәргә - пермиялар
Фән өлкәһендә эшләүселәргә - пермиялар

 

Документҡа ярашлы, дәүләт премиялары республиканың фәнни-техник ҡеүәтен үҫтереү, фән һәм техника өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү өсөн булдырылған.

«Башҡортостан Республикаһының йыл һайын Республика көнөнә ҡарата 1 миллион һум күләмендә бирелгән фән һәм техника өлкәһендәге өс дәүләт премияһын билдәләргә», — тиелә Радий Хәбировтың указында.

Премиялар республика бюджетынан түләнә.

Дәүләт премияһы номинациялары иҫәбендә — тәбиғи фәндәр, техник фәндәр, гуманитар һәм ижтимағи фәндәр.

Ғаризалар 2022 йылдың 10 майынан 30 сентябренә тиклем ҡараласаҡ.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: