Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель 2022, 11:08

Етенгә ихтыяж бар, шуға ла баҫыуҙарҙы киңәйтәбеҙ

Бығаса күберәк Европаға һатһаҡ, хәҙер Азия тарафтарына йөҙ борабыҙ. Ҡытайҙар беҙҙең етенде бик яратҡан.

Етенгә ихтыяж бар, шуға ла баҫыуҙарҙы киңәйтәбеҙ
Етенгә ихтыяж бар, шуға ла баҫыуҙарҙы киңәйтәбеҙ

БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, бер аҙнала ғына, 8 апрелдән 14-нә тиклем, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондары предприятиелары  Ҡытайға эшкәртеүгә 282 тонна етен тейәп оҙатҡан.

“Перспективалар ҙур – марттан был илгә 1756 тонна башҡорт етене һатылған. Етенебеҙҙе Белоруссиянан да һатып алалар, шуға күрә һата алмай ҡалмаясаҡбыҙ. Киреһенсә, 2022 йылда сәсеү майҙандарын 60 мең гектарҙан 75 меңгә тиклем арттырырға уйлайбыҙ”, – тип яҙа Радий Фәрит улы “Бәйләнештә”.

Фото: vk.com

Етенгә ихтыяж бар, шуға ла баҫыуҙарҙы киңәйтәбеҙ
Етенгә ихтыяж бар, шуға ла баҫыуҙарҙы киңәйтәбеҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: